Презентация на тему: Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках

Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках МАН школьников 2018 г.   У ҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эше республика конкурсы
Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках
Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках
I бүлек. Нимә ул тәбиғәт һәйкәлдәре?
II бүлек. Мәҫкәү ауылының тәбиғәт һәйкәлдәре
Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках
Күлдә борон кәмә менән балыҡ та тотҡандар. Балыҡсыларҙың батып үлгән осраҡтары ла булған. Хәҙер йәй көнө был күл һайыға. Томбойоҡтары ла арлы-бирле генә
«Һигеҙ тирәк »
Был тирәктәрҙе береһе лә киҫмәй ҙә, теймәй ҙә. Уны тәбиғәт биргән бүләк тип ҡарайҙар.
...йәшен уттары ғына берәм-берәм, йылдан-йыл атып яндырып бөтөрөп бара...
өс тирәк ҡалды...
Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках
«Өй таш» мәмерйәһе
Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках
Был мәмерйә ауылдың ҡаршыһында ултырған Өлкәнтауҙың башында урынлашҡан. Унда йәһәт кенә менеп етермен тимә. Йылдан-йыл Өйташтың таштары аҫҡа төшөп баҫылып
Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках
«Ҡара йылға »
Ғәбдрәшит олатайҙың яҡшы айғыры була, ул йылҡыны үҙе көтә, ситкә ебәрмәй. Ят кеше килһә, сапсый, бүреләрҙе лә сапсып үлтерә. Ер үлсәүсе: «Айғырыңды бир, ерҙе
Шулай итеп, Ҡара йылға Мәҫкәү ерҙәренә ҡалып, нисә йыл инде үҙенең таҙа һәм шифалы һыуҙары менән юлдағыларҙы ҡыуандыра. Ул ауылдан алыҫ түгел, еләк, сейә
Элегерәк мәктәп уҡыусылары, Ҡара йылғаның һыуынан сәй ҡайнатып эсер өсөн, май байрамдары ваҡытында походҡа сыҡҡандар. Ҡымыҙлығын, балтырғанын, йыуаһын өҙөп
Был йылғала ҡойо сығып ятҡан урындары ла бар. Унда ерек, муйыл, тал, балан, энәде ағастары, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, әлморон ҡыуаҡтары үҫә. Урыҫ ерҙәренән дә
III бүлек. Тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау саралары
Йомғаҡлау
Таҙалыҡты, матурлыҡты һәр кем үҙенән башларға тейеш. Кемдер килеп ҡушҡанын көтөп ултырмай, һәр кем үҙенең тирә-яғының таҙа, матур булыуын үҙе хәстәрләргә
Ҡулланылған әҙәбиәт
1/25
Средняя оценка: 4.4/5 (всего оценок: 68)
Код скопирован в буфер обмена
Скачать (4162 Кб)
1

Первый слайд презентации: Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках МАН школьников 2018 г.   У ҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эше республика конкурсы - 2018 “Тирә яҡты өйрәнеү” номинацияһы « Мәҫкәү ауылының юғалып барған тәбиғәт һәйкәлдәре»

Әҙерләне: Әбйәлилова Арина, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы Бәйләнеш телефоны: (34791) 43-6-46   Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең “Бөтә белергә теләйем” исемле мәктәп түңәрәге етәксеһе Бәйләнеш телефоны: (34791) 43-7-80 e-mail: mavletova1967@mail.ru Мәҫкәү ауылы

Изображение слайда
2

Слайд 2

Тикшеренеү эшемдең бурыстары : — тәбиғәт донъяһына ҡыҙыҡһыныусанлыҡ үҫтереү ; — тәбиғәткә һәм тирә-яҡты өйрәнеүгә ҡайғыртыусан ҡараш тәрбиәләү ; — тәбиғи байлыҡҡа һәм күренештәргә күҙәтеүсәнлек һәм һаҡсыл ҡараш булдырыу ; — көндәлек тормошта тәбиғәткә ҡарата ҡулланыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү ; — тирә – яҡты уратып алған мөхитте таҙа тотоу һәм кәрәк саҡта ярҙам күрһәтеү күнекмәләрен белеү ; Тикшеренеү эшенең объекты: Мәҫкәү ауылының юғалып барған тәбиғәт һәйкәлдәренә экологик һуҡмаҡ һалыу Тикшеренеү эшемдең актуаллеге : яңы технология быуатында кеше үҙен тәбиғәттең өлөшө итеп түгел, ә тәбиғәттең хужаһы итеп тоя башлай, йәнәһе ул тәбиғәтте үҙгәртә ала, һәм шуның менән тирә-яҡты бысратыуға, йә бөтөрөүгә юл ҡуя. Шуға күрә, иптәштәремде тыуған яғымдың тәбиғәт һәйкәлдәре менән таныштырыр һәм үҫеп килгән быуында экологик мәҙәниәтте булдырыр кәрәк, тип уйлайым. Был минең тикшеренеү эшемдең гипотезаһы ла булып тора.

Изображение слайда
3

Слайд 3

Тикшеренеү эшемдең проблемаһы: ни өсөн үҫеп килеүсе быуын тәбиғәт проблемаларын белеп етмәй, тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлауҙа һәм тәрбиәләүҙә активлыҡ күрһәтмәй. Тикшеренеү эшемдең методтары:   тәбиғәтте һаҡлау буйынса әҙәбиәттәр уҡыу һәм интеренттан өйрәнеү, беҙҙең райондың һәм ауылдың тәбиғәт һәйкәлдәрен өйрәнеү һәм уларҙы һаҡлау буйынса ярҙам күрһәтеү.

Изображение слайда
4

Слайд 4: I бүлек. Нимә ул тәбиғәт һәйкәлдәре?

Тәбиғәт һәйкәлдәре, йәки был атаманы икенсе төрлө тәбиғәт ҡомартҡылары тиҙәр - ул илебеҙ биләмәһендәге тарихи һәм иҫтәлекле урындар. Бындайҙар иҫәбенә мәмерйәләр, файҙалы ҡаҙылмалар сығанағы, геологик асыҡ урындар, шарлауыҡтар, ҡаялар, оҙаҡ йәшәгән ағастар, һирәк осрай торған борондан һаҡланған ағаслыҡтар, урмандар, күлдәр, шишмәләр, йырындар һәм башҡалар инә. Улар һәр районда, һәр ауылда тиерлек бар. Тимәк, был тәбиғәттең изге урындарын Хоҙай биргән, уны бер кем дә үҙе соҡоп яһап, йә үҫтереп йөрөмәгән. Шуға ла улар һәйкәлдәр, йәки тәбиғәт ҡомартҡылары тип атала ла инде.

Изображение слайда
5

Слайд 5: II бүлек. Мәҫкәү ауылының тәбиғәт һәйкәлдәре

«Үлгән Яйыҡ». Яйыҡ йылғаһы элгәре Буран кисеүенән боролош яһап, икенсе ерҙән аҡҡан булған. Мәҫкәү бер шишмәне генә һыулаған булған, уның һыуы халыҡҡа етмәгән. Ул шишмә хәҙер ҡороған. 18-се быуат аҙағында бер туған Ғәбдрәхим менән Ғәбдрәшит Шәриповтарҙың олоһо Ғәбдрәхим бер тана һуйып өмә яһап, Яйыҡты ауыл яғына ҡарап йырҙыра. Элекке Яйыҡ үҙәне хәҙер Үлгән Яйыҡ тип атала.

Изображение слайда
6

Слайд 6

Ә Буран (Борам ) кисеүе тәңгәлендә күпер һалынды. Үлгән Яйыҡ күле эргәһендә кешеләрҙең бесәнлеге бар. Тирә-яғы һаҙлыҡҡа әйләнгән. Ниндәй генә емешле ағастар үҫмәй унда ! Яйыҡ йылғаһы яҙын ташып китһә, элекке урынына тиклем барып етә, тиҙәр.

Изображение слайда
7

Слайд 7: Күлдә борон кәмә менән балыҡ та тотҡандар. Балыҡсыларҙың батып үлгән осраҡтары ла булған. Хәҙер йәй көнө был күл һайыға. Томбойоҡтары ла арлы-бирле генә күренеп ултыра. Тирә-яғы таҙартылмай, Үлгән Яйыҡ күле ҡороп-кибеп бара

Изображение слайда
8

Слайд 8: Һигеҙ тирәк »

Яйыҡ йылғаһын ауылға ҡарай борғандан һуң, уның аръяғы һаҙлыҡ булып төрлө ағастарға байый. Кешеләр йыл һайын муйылын, баланын, энәдеһен, гөлйемешен тиреп рәхәтләнә. Тирәктәре араһында бәшмәктәре лә үҫә. Йылға тартылһа, бала-саға һыу төшөп, һаҙына муйыл ашарға, яланына еләк йыйырға керә. Быҙау көтөүен дә шул һыу аръяғында көткәндәр. Инәйҙәр, апайҙар ҡаҙ бәпкәләрен дә йылғаны кисеп сығып, рәхәтләнеп йомшаҡ үләнендә көтөр булғандар.

Изображение слайда
9

Слайд 9: Был тирәктәрҙе береһе лә киҫмәй ҙә, теймәй ҙә. Уны тәбиғәт биргән бүләк тип ҡарайҙар

Олатайым, беҙ малай саҡта Борам кисеүенән аҫтараҡ, йылға аръяғында һигеҙ тирәк үҫеп сыҡты, тип хәтерләй. Тимәк, бынан етмеш- һикһән йылдар элек булған был хәл. Был тирәктәрҙе береһе лә киҫмәй ҙә, теймәй ҙә. Уны тәбиғәт биргән бүләк тип ҡарайҙар. Ҡырҡ – илле йыл эсендә ул тирәктәр ун - егерме метрға етеп, йыуан олонло булып тирә-яҡҡа йәм, матурлыҡ биреп ултырғандар. Был урынды халыҡ Һигеҙтирәк тип йөрөткән. Һыу төшөп сыҡҡас, бала-саға уның ботаҡтарында ултырып һәлмесәп ултырыр булған, эргәһендә йәшенмәк, баҫтырышмаҡ уйындары уйнаған.

Изображение слайда
10

Слайд 10: йәшен уттары ғына берәм-берәм, йылдан-йыл атып яндырып бөтөрөп бара

Эҫе көндәрҙә уның күләгәһендә бесәнселәр ял итеп алғандар. Ағастар араһынан арба, машина менән үтергә оло юл яһап ҡуйғандар. Береһенә лә ҡамасауламаған тирәктәрҙе йәшен уттары ғына берәм-берәм, йылдан-йыл атып яндырып бөтөрөп бара.

Изображение слайда
11

Слайд 11: өс тирәк ҡалды

Бөгөнгө көндә бары өс тирәк кенә ҡалды. Был урынды йәшендең юлы, тиҙәр. Ә шулай ҙа халыҡ был ерҙе һаман Һигеҙтирәк тип йөрөтә.

Изображение слайда
12

Слайд 12

Изображение слайда
13

Слайд 13: Өй таш» мәмерйәһе

Мәмерйәне яҡшылап тикшереүсе кеше булмаған. Бәлки уның эсенә керһәң, аҫҡа төшә торған урындары барҙыр. Ниндәйҙер серен һаҡлаған был мәмерйәгә элек уҡыусы балалар экскурсияға барғандар. Малайҙар ғына ҡурҡмайынса эсенә кереп ҡарағандар. Төрлө һуғыш әйберҙәре лә тапҡан осраҡтары булған. Олатайым аҡ гвардеецтар торған был мәмерйә эргәһендә, ти. Ә Ҡыҙылдар Ҡантүбәлә торған, ти. Бәлки шуғалыр ҙа мәмерйә эсенә керергә берәү ҙә баҙнат итмәгәндер.

Изображение слайда
14

Слайд 14

Изображение слайда
15

Слайд 15: Был мәмерйә ауылдың ҡаршыһында ултырған Өлкәнтауҙың башында урынлашҡан. Унда йәһәт кенә менеп етермен тимә. Йылдан-йыл Өйташтың таштары аҫҡа төшөп баҫылып бара. Шулай ҙа халҡым беҙҙең дә мәмерйәбеҙ бар, тип һоҡлана

Изображение слайда
16

Слайд 16

Изображение слайда
17

Слайд 17: Ҡара йылға »

Ғәбдрәшит олатай йәшәгән дәүерҙә лә урыҫ землемерҙары (ер үлсәүселәре) Мәҫкәү ерҙәрен ҡыҫырыҡлаған. Элек беҙҙең сик - хәҙерге бирге утар Башеевонан (Почуево) башлап, Олағыр тауҙары буйлап Вятский ауылына еткәнсе беҙҙең башҡорт ерҙәре булған. Ғәбдрәшит олатай ҡышын, йәйен уландары менән йылҡы көтөүен көткән. Мәскәү ҡалаһынан килгән ер үлсәүсе: «Олағырҙың тәрән ҙур оло үҙәге бар, һыуы сығып ята. Сикте шунан бүләм» - тигән.

Изображение слайда
18

Слайд 18: Ғәбдрәшит олатайҙың яҡшы айғыры була, ул йылҡыны үҙе көтә, ситкә ебәрмәй. Ят кеше килһә, сапсый, бүреләрҙе лә сапсып үлтерә. Ер үлсәүсе: «Айғырыңды бир, ерҙе һеҙгә ҡалдырам» - тигән. Ғәбдрәшит олатай ризалашмай: “Был айғырҙы бирмәйем, икенсеһен һайлап ал” – тигән. “Улай булғас ерҙе киҫәм”, - тип ер үлсәүсе ҡайтып киткән. Ә Ғәбдрәшит олатай: “Она как есть, так и будет” – тип тороп ҡалған. Бер өс ай самаһы үткәс, Верхнеурал өйәҙенә олатайҙы саҡыралар. Мәҫкәү ауылы сиген күрһәткән папка тотторалар. Урыҫ ере менән башҡорт ере сиге итеп Ҡара йылғаны күрһәткәндәр. Ғәбдрәшит олатай барыбер минең ер, тип, йылҡыһын шул урындарҙа көткән, ти

Изображение слайда
19

Слайд 19: Шулай итеп, Ҡара йылға Мәҫкәү ерҙәренә ҡалып, нисә йыл инде үҙенең таҙа һәм шифалы һыуҙары менән юлдағыларҙы ҡыуандыра. Ул ауылдан алыҫ түгел, еләк, сейә йыйырға барған кешеләр туҡтап һыуын эсмәйенсә үтмәйҙәр

Изображение слайда
20

Слайд 20: Элегерәк мәктәп уҡыусылары, Ҡара йылғаның һыуынан сәй ҡайнатып эсер өсөн, май байрамдары ваҡытында походҡа сыҡҡандар. Ҡымыҙлығын, балтырғанын, йыуаһын өҙөп ашағандар. Ә хәҙер ут сығып китеү хәүефлегенән ҡурҡып, тыйҙылар

Изображение слайда
21

Слайд 21: Был йылғала ҡойо сығып ятҡан урындары ла бар. Унда ерек, муйыл, тал, балан, энәде ағастары, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, әлморон ҡыуаҡтары үҫә. Урыҫ ерҙәренән дә емеш-еләк йыйырға киләләр. Һыуын дауалау сараһы өсөн күнәкләп алып ҡайталар. Тик ниңәлер Ҡара йылғаның ағастары һуңғы ваҡыт ҡорой башланы

Изображение слайда
22

Слайд 22: III бүлек. Тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау саралары

Тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлап алып ҡалабыҙ тиһәк, ауыл кешеһе үҙенең тырышлығын күрһәтергә тейеш, тип уйлайым. Тәбиғәт ҡомартҡылары булған урындарҙы уратып ҡойма эшләп, ял итеү өсөн эскәмйәләр ҡуйылһа, тирә - яғы таҙартылһа, мәғлүмәт таҡтаһы ҡуйылһа - улар юғалып бармаҫ ине. Ысынлап та, ниндәй генә төбәктәге тәбиғәт ҡомартҡыһын алма, ауыл хакимиәте етәкселәре, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм ауыл халҡы һаҡсыл ҡарашта түгел икән, тәбиғәтебеҙҙең был мөғжизәләрен киләсәк быуындарға һаҡлап ҡала алмаясаҡбыҙ. Шуға күрә был эште бөгөндән үк башлау кәрәк.

Изображение слайда
23

Слайд 23: Йомғаҡлау

Ер ҡәҙерен белмәгән ил ҡәҙерен дә белмәҫ. Ил ҡәҙерен белмәгән яҡты көн күрмәҫ, ти халыҡ мәҡәле. Бәлә-ҡазаһыҙ йәшәргә теләһәк, ер-һыу һәм ил ҡәҙерен белергә өйрәнергә һәм уларҙы ҡәҙерләргә кәрәк беҙгә. Тәбиғәт – ул беҙҙең өйөбөҙ. Кеше үҙ өйөн һәр ваҡыт йыйыштырып, таҙа тоторға тырышҡан һымаҡ, тәбиғәтте лә үҙ йортобоҙ кеүек ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ.

Изображение слайда
24

Слайд 24: Таҙалыҡты, матурлыҡты һәр кем үҙенән башларға тейеш. Кемдер килеп ҡушҡанын көтөп ултырмай, һәр кем үҙенең тирә-яғының таҙа, матур булыуын үҙе хәстәрләргә тейеш, минеңсә. Мәҫкәү ауылының юғалып барған һәм тарихҡа бай тәбиғәт һәйкәлдәрен алып ҡалыу өсөн, үҫеп килеүсе быуын тәбиғәт проблемаларын өйрәнеп, тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлауҙа һәм тәрбиәләүҙә активлыҡ күрһәтһә ине

Изображение слайда
25

Последний слайд презентации: Заочный этап республиканского конкурса научно-исследовательских работ в рамках: Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Мәҫкәү ауылында йәшәүсе Ғайсин Ҡадир Шакир улы һөйләгәндәрҙән 2. «Ауылым тарихы – халҡым тарихы» мәҡәләһе, С. Ғәлина, Мәҫкәү ауылы 3. “Мәҫкәү ауылының нигеҙләнеүе” мәҡәләһе, Ж.Ғәлин, хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Мәҫкәү ауылы 4. Фотолар ғаилә альбом ынан, интернеттан алынды.

Изображение слайда