Презентация на тему: Тикшеренеү эше “Мәҫкәү комсомолдары” (Тарих. Бәләкәй Тыуған илдең тарихы)

Тикшеренеү эше “Мәҫкәү комсомолдары” (Тарих. Бәләкәй Тыуған илдең тарихы)
Й өкмәткеһе
Инеш
Комсомол – бик яҡшы мәктәп булған. Ул йәштәрҙе берләштерә, яуаплылыҡҡа,  эшкә өйрәтә алған.
Хәйер, башҡорттоң бик күп зыялылары үҙҙәре­нең ҡаһарман аҙымын эшләгәндә, милләт яҙмышын хәл иткән мәлдәрендә утыҙға ла етмәгән булғандар.
Тикшеренеү эше “Мәҫкәү комсомолдары” (Тарих. Бәләкәй Тыуған илдең тарихы)
Тикшеренеү эше “Мәҫкәү комсомолдары” (Тарих. Бәләкәй Тыуған илдең тарихы)
I бүлек. Башҡортостан комсомол ойошмаһы
Съезда ҡатнашыусылар республиканың эске һәм тышҡы хәл-торошо, комсомолдың бурыстары, йәштәрҙең коммунистик интернационалы тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡарай. 22
Биш йыллыҡтың тәүге осорҙарында беҙҙең РКСМ ойошмаһы республикалағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә «шефлыҡ» итә, Ишембай ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнаша.
Тормош йәнләнеп китә, аслыҡтан-яланғаслыҡтан интеккән халыҡта өмөт уяна, күңелдәренә дәрт өҫтәлә. Эш кенә булһын, ауыл кешеләре ең һыҙғанып тотонорға әҙер
Комсомол райкомы йәштәр араһында белемлеләрҙе арттырыу буйынса ла әүҙем эшләгән. Элек халыҡ наҙан булған, тип әйтеү дөрөҫ түгел, киреһенсә, милләттәш­тәребеҙ
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, комсомол ойошмаһы берҙәм көс булып фашистарға ҡаршы яуға атлыға. Күптәре һуғышҡа үҙ теләге менән китә. Үкенескә ҡаршы, яуға
II бүлек. Мәҫкәү комсомолдары
Бүләков Мөхәррәм олатайҙың 1907 йылғы Алсынбай улы һуғыштан ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғалған “ҡара ҡағыҙы” ғына килә.
Ә Танһыҡбай һәм Ҡасим улдары тәүге комсомолдарҙың береһе булып, ауылды аяҡҡа баҫтырыуҙа ҙур өлөш индергән кешеләр. (уртала Бүләков Ҡасим Мөхәррәм улы)
Кемдәр һуң улар Мәҫкәү ауылының тәүге комсомолдары?
Мәсет ул ваҡытта дин әһелдәре ҡулында була. Уны кантон комитеты рөхсәте менән комсомолецтар үҙҙәренә алырға булалар. Ауылда шуға арнап йыйылыш үткәрәләр.
1928 йылда районыбыҙға тәүге трактор килтерелә. Бөтә йәмәғәт эштәрендә лә Мәҫкәү комсомолдары беренсе урында тора. Тырышлыҡтары өсөн был ойошма Өлкә комитеты
Комсомол ойошмаһы йылдан-йыл тулылана бара, бөтәһе лә ил өсөн тырышып эшләйҙәр. Күрһәткән эштәре өсөн радиоалғыс менән дә бүләкләнә улар. Ауыл халҡы башлап
К омсомолдар үҙҙәренең артынан йәш пионерҙарҙы ла эйәртә. Пионер ойошмаһы 1926 йылда барлыҡҡа килгән. Пионерҙар араһынан да күбеһе күренекле кешеләр булып
Ҡасим Мөхәррәм улы Бүләков ауыл Советы рәйесе булып китә
Хәлиҙә Әхтәмова күренекле уҡытыусы була
Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ауылдағы пионер һәм комсомолдар фронтҡа ойоҡ, бейәләй һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һалып посылкалар ебәреү буйынса Учалы
Ѳфѳлә 1959 йылдың июнендә колхоз, совхоздар комскомитет секретарҙарының 10 кѳнлѳк семинарын ойоштора. Йыйынға саҡырылғандар «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында
Шулай итеп, комсомолдар үҙ заманында иң кәрәкле кешеләр булып, бик файҙалы эштәр башҡарғандар, Тыуған илгә тос өлөш индергәндәр.
III бүлек. Волонтёрҙарҙың данлы эштәре
Волонтерҙарҙың данлы эштәре тураһында гәзиттә уҡыу һәм телевизорҙа күреү ул бер эш, хәрәкәттә ҡатнашыу, ул икенсе эш. Ярҙамға мохтаж кешеләргә изгелек ҡылыу -
Ә волонтер булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?  Тәү сиратта ихлас теләгең булыу шарт. Бер ниндәй финанс ярҙамына өмөт итмәй, бар күңелең менән кемгәлер ярҙам
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
1/31
Средняя оценка: 5.0/5 (всего оценок: 11)
Код скопирован в буфер обмена
Скачать (9420 Кб)
1

Первый слайд презентации: Тикшеренеү эше “Мәҫкәү комсомолдары” (Тарих. Бәләкәй Тыуған илдең тарихы)

Башҡарҙы: Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең 10 класс уҡыусыһы Мөхәмәҙиев Айнур Нил улы Етәксеһе: тикшеренеү эштәре буйынса түңәрәк етәксеһе Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы

Изображение слайда
2

Слайд 2: Й өкмәткеһе

Инеш I бүлек. Башҡортостан комсомол ойошмаһы II бүлек. Мәҫкәү комсомолдары III бүлек. Волонтёрҙарҙың данлы эштәре Йомғаҡлау Ҡулланылған әҙәбиәт Ҡушымта : слайдтарҙан торған презентация

Изображение слайда
3

Слайд 3: Инеш

- Комсомолда эшләгән саҡта беҙ йәш инек, йырлап өмәләргә бара, йырлап йыйылыштарҙан ҡайта торғайныҡ. Һәр эшкә дәрт менән тотондоҡ. Комсомол - тормош мәктәбе булды. Октябрят, пионер, комсомол, профсоюз, партия – ошо теҙмә аша Совет осоро кешеләре үтте...

Изображение слайда
4

Слайд 4: Комсомол – бик яҡшы мәктәп булған. Ул йәштәрҙе берләштерә, яуаплылыҡҡа,  эшкә өйрәтә алған

Изображение слайда
5

Слайд 5: Хәйер, башҡорттоң бик күп зыялылары үҙҙәре­нең ҡаһарман аҙымын эшләгәндә, милләт яҙмышын хәл иткән мәлдәрендә утыҙға ла етмәгән булғандар

Изображение слайда
6

Слайд 6

Тикшеренеү эшенең актуаллеге булып тыуған илемдең тормошон өйрәнеү менән бергә, бәләкәй тыуған илем өсөн ҡаһарман аҙымдар эшләп, милләт яҙмышын хәл итергә тырышлыҡ күрһәтеү. Тикшеренеү объекты. Мәҫкәү комсомолдары эшен өйрәнеү Эҙләнеү предметы. Ауылым комсомолдары Тикшеренеү маҡсаты. Тыуған еремдең тарихын өйрәнеү һәм тикшереү, йәштәрҙе берләштерә, яуаплылыҡҡа,  эшкә өйрәтә алған комсомол эше менән таныштырыу.

Изображение слайда
7

Слайд 7

Эҙләнеү эшенең бурыстары. 1. Мәҫкәү ауылы комсомолдары тураһында белешмәләр йыйыу; 2. Тыуған ил өсөн ҡылынған изге эш һәм батырлыҡты өйрәнеү; 3. Тыуған ергә һәм данлы тарихи үткәнгә һөйөү, хөрмәт, ғорурлыҡ һәм патриотлыҡ тойғоһо тәрбиәләү; 4. Ауылда волонтерлыҡ эшен йәнләндереү. Эҙләнеү эшенең гипотезаһы. Тыуған илең өсөн ең һыҙғанып эшләргә һәр ваҡыт әҙер бул! Эҙләнеү эшенең методтары. 1. Музейҙан кәрәкле мәғлүмәттәр алыу. 2. Оло быуын вәкилдәренән комсомол тураһында белешмәләр йыйыу. 3. Гәзиттәрҙә сыҡҡан мәҡәләләр ҡулланыу.

Изображение слайда
8

Слайд 8: I бүлек. Башҡортостан комсомол ойошмаһы

Рәсәй коммунистик йәштәр союзы 1918 йылда төҙөлә, ә 1926 йылдан ул Бөтә союз ленинсы коммунистик йәштәр союзы (ВЛКСМ) исемен йөрөтә.  Башҡортостандың комсомол ойошмаһы 1920 йылдың июнендә барлыҡҡа килә, 15 октябрҙә ул саҡтағы баш ҡала – Стәрлетамаҡта Беренсе Бөтә башҡорт комсомол съезы үтә. Был сарала төбәктәге 1800 комсомол исеменән 35 делегат ҡатнаша.

Изображение слайда
9

Слайд 9: Съезда ҡатнашыусылар республиканың эске һәм тышҡы хәл-торошо, комсомолдың бурыстары, йәштәрҙең коммунистик интернационалы тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡарай. 22 октябргә тиклем дауам иткән сарала шулай уҡ наҙанлыҡты бөтөрөү, коммунистик шәмбе өмәләре, үҫмерҙәр матбуғаты тураһында ла һүҙ була

Изображение слайда
10

Слайд 10: Биш йыллыҡтың тәүге осорҙарында беҙҙең РКСМ ойошмаһы республикалағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә «шефлыҡ» итә, Ишембай ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнаша

Изображение слайда
11

Слайд 11: Тормош йәнләнеп китә, аслыҡтан-яланғаслыҡтан интеккән халыҡта өмөт уяна, күңелдәренә дәрт өҫтәлә. Эш кенә булһын, ауыл кешеләре ең һыҙғанып тотонорға әҙер була. Игенселәрҙең тырышлығы арҡаһында ҙур уңыш йыялар, һөт, ит етештереүҙә лә алға китәләр

Изображение слайда
12

Слайд 12: Комсомол райкомы йәштәр араһында белемлеләрҙе арттырыу буйынса ла әүҙем эшләгән. Элек халыҡ наҙан булған, тип әйтеү дөрөҫ түгел, киреһенсә, милләттәш­тәребеҙ рухи, дини яҡтан бик белемле булған

Изображение слайда
13

Слайд 13: Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, комсомол ойошмаһы берҙәм көс булып фашистарға ҡаршы яуға атлыға. Күптәре һуғышҡа үҙ теләге менән китә. Үкенескә ҡаршы, яуға киткән йәштәрҙең 60 проценттан ашыуы тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай. Тыуған иле өсөн батырҙарса һәләк булалар

Изображение слайда
14

Слайд 14: II бүлек. Мәҫкәү комсомолдары

Изображение слайда
15

Слайд 15: Бүләков Мөхәррәм олатайҙың 1907 йылғы Алсынбай улы һуғыштан ҡайтмай, хәбәрһеҙ юғалған “ҡара ҡағыҙы” ғына килә

Изображение слайда
16

Слайд 16: Ә Танһыҡбай һәм Ҡасим улдары тәүге комсомолдарҙың береһе булып, ауылды аяҡҡа баҫтырыуҙа ҙур өлөш индергән кешеләр. (уртала Бүләков Ҡасим Мөхәррәм улы)

Изображение слайда
17

Слайд 17: Кемдәр һуң улар Мәҫкәү ауылының тәүге комсомолдары?

Хәсән Ямалов Танһыҡбай Бүләков Ҡасим Бүләков Сабирйән Ишимйәров Юлтый Йәтимбаев Мәхмүт Шафиҡов Мөжәүир Харрасов Исрафил Егитов Мотаһар Кәлимуллин Хәкимйән Сәитҡужин Хәмбәл Бапанин Мөхәмәҙи Закиров Мәхмүт Ҡәләмбаев (Ташҡыя) Мөхәмәт Ситдиҡов

Изображение слайда
18

Слайд 18: Мәсет ул ваҡытта дин әһелдәре ҡулында була. Уны кантон комитеты рөхсәте менән комсомолецтар үҙҙәренә алырға булалар. Ауылда шуға арнап йыйылыш үткәрәләр. Халыҡтың күпселеге риза булғас, мәсетте халыҡ файҙаһына алырға тигән ҡарар сығарыла

Изображение слайда
19

Слайд 19: 1928 йылда районыбыҙға тәүге трактор килтерелә. Бөтә йәмәғәт эштәрендә лә Мәҫкәү комсомолдары беренсе урында тора. Тырышлыҡтары өсөн был ойошма Өлкә комитеты тарафынан Тамъян-Ҡатай кантонына бирелгән «Фордзон» таркторы менән бүләкләнә

Изображение слайда
20

Слайд 20: Комсомол ойошмаһы йылдан-йыл тулылана бара, бөтәһе лә ил өсөн тырышып эшләйҙәр. Күрһәткән эштәре өсөн радиоалғыс менән дә бүләкләнә улар. Ауыл халҡы башлап радионы күрә, һөйләүенә ышанмайҙар, Өфәгә барып, унан йырлап күрһәтәләр, тип һөйләйҙәр

Изображение слайда
21

Слайд 21: К омсомолдар үҙҙәренең артынан йәш пионерҙарҙы ла эйәртә. Пионер ойошмаһы 1926 йылда барлыҡҡа килгән. Пионерҙар араһынан да күбеһе күренекле кешеләр булып киткәндәр. 1914 йылғы Сабит Мәғәсүм улы Шакиров һуғыштан һуң райкомдың 2 секретары булып китә, 1914 йылғы Һағынбай Дәүләтбай улы Дәүләтов һуғыштан капитан булып ҡайта

Изображение слайда
22

Слайд 22: Ҡасим Мөхәррәм улы Бүләков ауыл Советы рәйесе булып китә

Изображение слайда
23

Слайд 23: Хәлиҙә Әхтәмова күренекле уҡытыусы була

Изображение слайда
24

Слайд 24: Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ауылдағы пионер һәм комсомолдар фронтҡа ойоҡ, бейәләй һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һалып посылкалар ебәреү буйынса Учалы районында беренсе урынға сығалар

Изображение слайда
25

Слайд 25: Ѳфѳлә 1959 йылдың июнендә колхоз, совхоздар комскомитет секретарҙарының 10 кѳнлѳк семинарын ойоштора. Йыйынға саҡырылғандар «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында йәшәй, улар ѳсѳн уҡыуҙан тыш баш ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындарына экскурсиялар, спорт ярыштары, тѳрлѳ мәҙәни саралар ойошторола. Нәсим олатайым да был семинарҙа ҡатнаша

Изображение слайда
26

Слайд 26: Шулай итеп, комсомолдар үҙ заманында иң кәрәкле кешеләр булып, бик файҙалы эштәр башҡарғандар, Тыуған илгә тос өлөш индергәндәр

Изображение слайда
27

Слайд 27: III бүлек. Волонтёрҙарҙың данлы эштәре

5 декабрь – Халыҡ-ара волонтерҙар көнө. Ул 1985 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы менән булдырылған. Кеш еләр үҙҙәре теләп балалар йорттарына, һауыҡтырыу учреждениеларына бара, урамдарҙы таҙарта, башҡа социаль йүнәлештәге сараларҙа ҡатнаша.

Изображение слайда
28

Слайд 28: Волонтерҙарҙың данлы эштәре тураһында гәзиттә уҡыу һәм телевизорҙа күреү ул бер эш, хәрәкәттә ҡатнашыу, ул икенсе эш. Ярҙамға мохтаж кешеләргә изгелек ҡылыу - күңелдең юғары выжданлығы һәм матурлығы ул

Изображение слайда
29

Слайд 29: Ә волонтер булыу өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң?  Тәү сиратта ихлас теләгең булыу шарт. Бер ниндәй финанс ярҙамына өмөт итмәй, бар күңелең менән кемгәлер ярҙам итеү теләге көслө булғанда ғына һинән ысын волонтер сығасаҡ!

Изображение слайда
30

Слайд 30: Йомғаҡлау

Мин комсомолдар ойошмаһы эшен өйрәнеп, үҙемә күп нәмәләр алдым. Мәктәптә алып барылған волонтерлыҡ эшен тағы ла йәнләндереп ебәреп, иҫән-һау йәшәгән, ярҙамһыҙ ҡалған тыл ветерандарына, оло йәштәге кешеләргә хәлдән килгәнсе ярҙам күрһәтәсәкмен.

Изображение слайда
31

Последний слайд презентации: Тикшеренеү эше “Мәҫкәү комсомолдары” (Тарих. Бәләкәй Тыуған илдең тарихы): Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Сулпан Ғәлина. “Мәҫкәү комсомолдары”, Яйы ҡ, 24.09.1996 йыл 2. Әлим Зарипов. “Эй Яйыҡ йорт, Яйыҡ йорт” 3. Марат Назиров « Социализм тракторы », «Башҡортостан комсомол ойошмаһы», мәҡәләләр интернеттан алынды 4. Фотолар ғаилә альбомынан алынды

Изображение слайда