Презентация на тему: Шырпы тураһында

Шырпы тураһында
Эҙләнеү эшенең гипотезаһы
Тикшеренеү маҡсаты һәм бурыстары
Эҙләнеү эшенең методтары
I бүлек. Нимә ул шырпы?
II бүлек. Тәүге шырпы
Француз химигы Шарль Сорна
Швед химигы Йохан Лундстрем
Шырпы эшләү юлдары
Шырпы тураһында
Шырпы һаламдары
Шырпы тураһында
Шырпыларҙы шымартыу
Шырпы ҡабы
Шырпы тураһында
Шырпы тураһында
14. Һуңғы этапта ҡаптың ҡабырғаһына фосфат ҡатламы һылана. Әйтергә кәрәк, шырпы башына һыланған ҡатлам, ҡап тышына һыланғанынан башҡасараҡ.
15. Шырпы тултырылған ҡаптар төрөү цехына оҙатыла. Унда уларҙы йәшниктәргә тултыралар.
III бүлек. Шырпы төрҙәре
Шырпы тураһында
Шырпы тураһында
Шырпы тураһында
IV бүлек. Шырпынан ваҡ-төйәк эштәр
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
1/25
Средняя оценка: 4.8/5 (всего оценок: 43)
Код скопирован в буфер обмена
Скачать (13604 Кб)
1

Первый слайд презентации: Шырпы тураһында

Тикшеренеү эше авторы: Байрамғәлин Радмир Вадим улы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы Етәксеһе: Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Мәҫкәү урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы

Изображение слайда
2

Слайд 2: Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

Шырпыларҙы үҙ тәғәйенләнеше буйынса ҡулланмаһаҡ, тағы уларҙы ҡайҙалыр һәм нимәгәлер ҡулланырға мөмкин. Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

Изображение слайда
3

Слайд 3: Тикшеренеү маҡсаты һәм бурыстары

Шырпының барлыҡҡа килеү, тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыу тәртибен, уны етештереү ысулын өйрәнеү 1. Шырпы һүҙенең килеп сығышын өйрәнеү ; 2. Беренсе шырпының килеп сығыу тарихын өйрәнеү; 3. Шырпы эшләү фабрикалары менән ҡыҙыҡһыныу; 4. Шырпы төрҙәрен өйрәнеү. Тикшеренеү маҡсаты һәм бурыстары

Изображение слайда
4

Слайд 4: Эҙләнеү эшенең методтары

1. Шырпылар тураһында интернеттан кәрәкле материалдар йыйыу. 2. Мәғлүмәттәр йыйыу һәм эшкәртеү. Эҙләнеү эшенең методтары

Изображение слайда
5

Слайд 5: I бүлек. Нимә ул шырпы?

Шырпы  — башына тиҙ ҡабынып китеүсән көкөртлө матдә буялған бәләкәй генә таяҡсыҡ формаһындағы ут ҡабыҙыу әйбере. I бүлек. Нимә ул шырпы?

Изображение слайда
6

Слайд 6: II бүлек. Тәүге шырпы

Иң тәүге шырпыларҙы 1805 йылда француз химигы Жан Шансель уйлап тапҡан. Улар ҡулланыу өсөн уңайһыҙ булған. Тоҡандырған һайын көкөрт кислотаһына тығып алыр кәрәк, етмәһә ҙур һәм оҙон булған II бүлек. Тәүге шырпы

Изображение слайда
7

Слайд 7: Француз химигы Шарль Сорна

1830 йылда 19 йәшлек кенә француз химигы Шарль Сорна фосфорлы шырпы уйлап сығарған. Был шырпылар теләһә нәмәгә сыйған саҡта ла тиҙ генә тоҡанып китеүсән булғандар. Мәҫәлән, хатта итектең үксәһенә сыйһаң да, тоҡанған. Сорнаның шырпылары еҫһеҙ булған, әммә һаулыҡҡа зыянлы булған, сөнки аҡ фосфор ул ағыулы. Француз химигы Шарль Сорна

Изображение слайда
8

Слайд 8: Швед химигы Йохан Лундстрем

1855 йылда швед химигы Йохан Лундстрем аҡ фосфор урынына ҡыҙыл фосфор ҡуллана башлаған. Ул уны тәүҙә ҡырғыс аша ҡырған. Был шырпылар һаулыҡҡа зыян килтермәгән, тиҙ генә тоҡанып киткәндәр. Йохан уйлап тапҡан эшенә патент алған. Был шырпылар «швед шырпылары» тигән исем алалар. Һаманға тиклем был шырпыларҙың вариантын ҡулланабыҙ. Швед химигы Йохан Лундстрем

Изображение слайда
9

Слайд 9: Шырпы эшләү юлдары

1. Фабрикаға 3 метрҙан 6 метрға тиклем оҙонлоҡтағы уҫаҡ ағастарын килтерәләр. Бүрәнәләрҙе өйөмгә теҙеп, 650 мм итеп түмәрҙәргә бысалар һәм механик бысҡынан үткәрәләр. Шырпы эшләү юлдары

Изображение слайда
10

Слайд 10

2. Артабан махсус цехта түмәрҙең ҡабығын алып, шымартылған түмәрҙе икенсе цехҡа оҙаталар. 3. Был цехта ҡышын түмәрҙе яҡшылап бешекләйҙәр, эшкәртәләр. 4. Эшкәртелгән түмәрҙәр транспорт юлы буйлап һыҙырыу цехына махсус станокҡа китә. Унда фанера йоҡаҡлығындай киңлеге 2 мм булған шпондың шырпы ҡатламы айырылып алына.

Изображение слайда
11

Слайд 11: Шырпы һаламдары

5. Шпондар әҙер булғас, шпон һалыусы машинаға эләгә. Ул был таҫмаларҙы шырпы һаламдарына йәғни, таяҡсаларына ҡырҡа.

Изображение слайда
12

Слайд 12

6. Шырпы таяҡсалары һеңдереү – шымартыу бүлегенә китә. Унда ҙур барабан эсендә шырпы фосфат менән һеңдерелә. Унан һуң шырпыны яҡшылап киптерәләр.

Изображение слайда
13

Слайд 13: Шырпыларҙы шымартыу

7. Артабан шырпы һаламдары торба буйлап шымартыу һәм полировкалау барабанына бирелә. Был механизм шырпыларҙы шымарта, сөнки беҙ уны ҡулланғанда ҡулға шырау кереп китеүе ихтимал. 8. Шымартҡандан һуң, шырпы сорттарға айырыу аппаратына инеп китә. Аппарат оҙонлоҡ стандартына тура килгән шырпыларҙы ғына һайлап ала. Шырпыларҙы шымартыу

Изображение слайда
14

Слайд 14: Шырпы ҡабы

9. Икенсе цехта шырпылар өсөн өй әҙерләнә. Ул шырпы ҡабы тип атала. Ҡатырғалар төргәктәре менән килә, һәм төрлөсә киңлектәре буйынса кәтүктәргә киҫелә. Беренсе кәтүктәре шырпының эс яғына булһа, икенсеһе тыш яғына кәрәк була. Шырпы ҡабы

Изображение слайда
15

Слайд 15

10. Кәтүктәр ҡатырға йәбештереү бүлегенә китә. Унда өс станок бар. Тәүҙә шырпыға этикетка баҫалар, шунан таҫмаға ҡатырға ҡырҡалар, ә таҫманы әҙерләнгән материалға ебәрәләр. Автомат таҫма буйынса әҙерләмә йәбештереүгә һәм ҡап эшләүгә китә.

Изображение слайда
16

Слайд 16

11. Конвейер буйлап эске һәм тышҡы ҡаптар бер-береһенә ҡапмы-ҡаршы киләләр ҙә автоматик бүлексәгә эләгәләр. 12. Шырпыны, ҡаптарға һалыр алдынан, парафинға тығып алалар, шырпының башын эшләйҙәр һәм һаҡсыл ғына киптерәләр. Былар бөтәһе лә манып алыу цехында башҡарыла. Шырпы башы 50% бертолет тоҙонан, 5% көкөрттән тора. 13. Һәм бына беҙҙең шырпылар бер-береһенә ҡапма-ҡаршы тигеҙ итеп бер рәткә теҙеләләр. Ҡаптың эске яғына шырпыларҙы рәтләп һалалар.

Изображение слайда
17

Слайд 17: 14. Һуңғы этапта ҡаптың ҡабырғаһына фосфат ҡатламы һылана. Әйтергә кәрәк, шырпы башына һыланған ҡатлам, ҡап тышына һыланғанынан башҡасараҡ

Изображение слайда
18

Слайд 18: 15. Шырпы тултырылған ҡаптар төрөү цехына оҙатыла. Унда уларҙы йәшниктәргә тултыралар

Изображение слайда
19

Слайд 19: III бүлек. Шырпы төрҙәре

Һунар шырпылары – елгә лә, еүеш ерҙә лә, ямғыр аҫтында ла яныусан шырпылар. Йылылыҡ биреүсе шырпылар – янғанда йылылыҡ таратыусы шырпы III бүлек. Шырпы төрҙәре

Изображение слайда
20

Слайд 20

Сигнал биреүсе шырпылар – янғанда төҫлө ялҡын бирә Фотографик шырпылар – янғанда кинәт кенә гөлт итеп ҡабынып китеп яҡтылыҡ бирә, уны фото төшөргәндә ҡулланалар

Изображение слайда
21

Слайд 21

Камин мейесе өсөн шырпылар – мейесте тоҡандырыу өсөн бик оҙон шырпылар Газ өсөн шырпылар – камин мейесе шырпыларына ҡарағанда бәләкәйерәк буйлы, газ плиталары өсөн кәрәк

Изображение слайда
22

Слайд 22

Декоратив шырпылар (бүләк итеү өсөн, коллекция өсөн) – почта маркалары һымаҡ һүрәт төшөрөлгән, шырпы баштары төҫлө, йә алһыу, йә йәшел төҫтә була. Хужалыҡ шырпылары – экономия өсөн төрөлгән ҡап

Изображение слайда
23

Слайд 23: IV бүлек. Шырпынан ваҡ-төйәк эштәр

Изображение слайда
24

Слайд 24: Йомғаҡлау

Шулай итеп, шырпы – көнкүрештә кәрәкле әйбер. Ул ут ҡабыҙыу ҡоралы. Уны уҫаҡ ағасынан яһайҙар. Тик уны һәр кем үҙ өйөндә яһай алмай. Шырпы ҡулға килеп эләккәнсе бик күп юлдар үтә икән. Уны экономиялап, һаҡсыл тотонор кәрәк. Шырпы менән шаярырға ярамай. Уның менән һаҡ булмаһаң, ул бөтә донъяңды юҡ итеүе бар. Кәрәкмәгәнгә уны аяҡ аҫтына һалып ҡуйырға ярамай. Шырпыны бәләкәс балаларҙан ары тотор кәрәк. Шырпы – ваҡ-төйәк әйберҙәр эшләү өсөн бик яҡшы материал. Ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә ғаилә менән бергә шырпынан ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ҡул эштәре эшләргә була. Шуға күрә, рухи һәм сәнғәт яҡтан шырпы менән эшләргә ижади уңыштар теләйем. Әгәр шырпы менән дуҫлашып алһағыҙ, һеҙгә лә күңелһеҙ булмаҫ! Йомғаҡлау

Изображение слайда
25

Последний слайд презентации: Шырпы тураһында: Ҡулланылған әҙәбиәт

1. Акимова Г., Гусаков В. Поделки из спичек. 2. Интернетттан алынған материалдар. Википедия. 3. Шырпы коллекциялары. Ҡулланылған әҙәбиәт

Изображение слайда