Презентация на тему: Рәшит Ниғмәти

Рәшит Ниғмәти
Рәшит Ниғмәти
Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә.
Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә баҫыла. 1933 йылда шағирҙың “Кереш” тигән тәүге шиғырҙар
Рәшит Ниғмәти
Һуғыштан һуң Р. Ниғмәти “Большевик”, “Осҡондан ялҡын”, “Һаҡмар   ҡыҙы” поэмаларын ижад итте. Р. Ниғмәти сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы. Уның “Врач Ғимранов”, “Ағиҙел
Рәшит Ниғмәти
Морожный ( шаярыу )
Рәшит Ниғмәти
Еңеүселәргә дан!
Рәшит Ниғмәти
Рәшит Ниғмәти
1/12
Средняя оценка: 5.0/5 (всего оценок: 93)
Код скопирован в буфер обмена
Скачать (164 Кб)
1

Первый слайд презентации

Изображение слайда
2

Слайд 2: Рәшит Ниғмәти

Изображение слайда
3

Слайд 3: Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә. Йәшләй етем   ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге етем балалар мәктәбенә уҡырға инә. 1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Р. Ниғмәти Туймазы районы гәзитендә эшләй. 1934 — 1936 йылдарҙа   Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп, республика гәзиттәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй

Изображение слайда
4

Слайд 4: Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә баҫыла. 1933 йылда шағирҙың “Кереш” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Шул йылда баҫылған “Баҫыу хөкөмө” поэмаһы менән ул үҙен әҙәбиәттә нығыраҡ танытты. Утыҙынсы йылдарҙа яҙыусының “Мин постамын”, “Хат”, “Кавказ”, “Тимер юл”, “Байраҡ тураһында поэма” кеүек әҫәрҙәре башҡорт поэзияһында тыуған илгә, халыҡҡа оло һөйөү тойғоларын һүрәтләндергән иң яҡшы өлгөләр булды. Публицистик лирика, героик эпос Рәшит Ниғмәти поэзияһының иң көслө сифаттарынан береһе булып әүерелә. Ул поэзияның идея-художество юғарылығына ирешеүҙә шағир В. Маяковскийҙан бик ныҡ өйрәнә. Был хаҡта башҡорт шағиры “Ҡыҙыма хаттар” шиғырында, “Маяковский миңә маяҡ булды, ә мин барам ана шул юлдан”, тип хаҡлы әйтте

Изображение слайда
5

Слайд 5

Рәшит Ниғмәти 1939 йылда иң популяр әҫәрҙәренән һаналған “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тигән лиро-эпик поэмаһын ижад итте. Автор был поэмаһында башҡорт халҡының үткән героик тарихын, бөгөнгө тормошон тасуирлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти ижады айырыуса әүҙемләшә һәм яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Уның “Тыуған илем өсөн”, “Әсә һүҙе”, “Үс ал, патриот!” шиғырҙары, “Үлтер, улым, фашисты!”, “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмалары башҡорт шиғриәтенең алтын фондына инде.

Изображение слайда
6

Слайд 6: Һуғыштан һуң Р. Ниғмәти “Большевик”, “Осҡондан ялҡын”, “Һаҡмар   ҡыҙы” поэмаларын ижад итте. Р. Ниғмәти сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы. Уның “Врач Ғимранов”, “Ағиҙел ярында”, “Урман шаулай” һ.б. пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә   ҡуйылды. Яҙыусы тәржемә эше менән дә сығыш яһаны

Изображение слайда
7

Слайд 7

Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Р. Ниғмәти Хеҙмәт   Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланды. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде. 1938 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине. +

Изображение слайда
8

Слайд 8: Морожный ( шаярыу )

Морожный һатыусы ҡыҙыҡай Алһыу йөҙлө, аҡ ҡуллы. Морожныйы шундай һалҡын, Күҙ ҡарашы йып-йылы. Сират бик ҙур, морожныйы Тәмле булғанға микән, Әллә ҡыҙҙың ҡараштары Йәмле булғанға микән? Мин дә сиратҡа баҫамын, Мин дә морожный алам. Морожный алған сағымда Матур ҡыҙға һоҡланам.

Изображение слайда
9

Слайд 9

Морожныйҙың һалҡынлығы Маңлайға үтеп менә. Үҙе һалҡын, ә йөрәккә... Йөрәккә йылы бирә.

Изображение слайда
10

Слайд 10: Еңеүселәргә дан!

1. Яу ораны һалды Ватан, Ат атланды батырҙар – Ил дошмандарын ҡыйратып, Яуҙан еңеп ҡайтырҙар. Ҡушымта: Һай, аҫыл ил улдары, Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ. Һай, алтын ил ҡыҙҙары, Ҙур дан менән балҡығыҙ! 2. Яуға оҙаттыҡ ирҙәрҙең Аҫылын, батырҙарын. Яуға оҙаттыҡ ҡыҙҙарҙың Алтынын, матурҙарын.

Изображение слайда
11

Слайд 11

Ҡушымта: Һай, аҫыл ил улдары, Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ. Һай, алтын ил ҡыҙҙары, Ҙур дан менән балҡығыҙ ! 3. Яҙ ҡояшы кеүек балҡып, Батырҙар ҡайтты яуҙан. Яҙ ташҡыны кеүек урғып, Йырҙары килә алдан. Ҡушымта: Һай, аҫыл ил улдары, Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ. Һай, алтын ил ҡыҙҙары, Ҙур дан менән балҡығыҙ!

Изображение слайда
12

Последний слайд презентации: Рәшит Ниғмәти

4. Дошманды еңде егеттәр, Еңделәр ил ҡыҙҙары. Дандары ҡояш кеүектәр, Алтындан йондоҙҙары. Ҡушымта: Һай, аҫыл ил улдары, Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ. Һай, алтын ил ҡыҙҙары, Ҙур дан менән балҡығыҙ !

Изображение слайда