Презентация на тему: “Йомарт ҡуян” әкиәте

“Йомарт ҡуян” әкиәте “Йомарт ҡуян” әкиәте “Йомарт ҡуян” әкиәте Ҡунаҡтар йыйыла башлаған. а ҡрынлап йортҡа бөтә ауыл халҡы килеп тулған, ата менән әсә ҡаушап ҡалғандар : – Ни эшләргә инде ? Был тиклем күп ҡунаҡҡа етерлек Ата-әсәһен шулай оятҡа ҡалдырғаны өсөн малай, күҙ йәштәрен ағыҙа-ағыҙа, өйҙән сыҡҡан да ауыл артына йүгергән, унан урманға барып ингән. Ағас төбөнә ултырып, “Йомарт ҡуян” әкиәте Малай ҡайтыуға әрһеҙ ҡунаҡтар өйҙә булған һый-хөрмәтте ашап-эсеп бөтөргән булғандар. Урындарынан ҡуҙғалмай, тағы берәй нәмә ашатмаҫтармы, тип ултыралар, ти. “Йомарт ҡуян” әкиәте “Йомарт ҡуян” әкиәте Урман йәнлектәре алып килгән һый-хөрмәттәрҙе ишек алдына ҡуйғандар ҙа, үҙҙәре йәшәгән ергә ҡайтып киткәндәр. Ғәжәпкә ҡалған ҡунаҡтар ауыҙ асып һүҙ ҙә өндәшә “Йомарт ҡуян” әкиәте Ата менән әсә шатлыҡтарынан ни эшләргә лә белмәгән. Малай уларҙан да былайыраҡ ҡыуанған. Хужалар өс көн, өс төн буйы кинәнеп ҡунаҡ һыйлаған.Ҡунаҡтар өйҙәренә Үәт, ошоноң менән әкиәт тә тамам.
1/13
Средняя оценка: 4.9/5 (всего оценок: 87)
Скачать (575 Кб)
Код скопирован в буфер обмена
1

Первый слайд презентации: “Йомарт ҡуян” әкиәте

2

Слайд 2

Бер байрам көндө бер кеше үҙенең бәләкәс кенә улын ҡунаҡ саҡырырға ебәргән. « Фәлән-фәлән ағайыңды, фәлән-фәлән бабайыңды, фәлән-фәлән еҙнәңде саҡыр »,– тип, ҡырҡмаһа-ҡырҡ кеше исемен әйтеп сыҡҡан. Малай тыңлап торған, тик ҡапҡанан сыҡҡас та, ҡунаҡҡа кемдәрҙе саҡырырға кәрәклеген онотоп бөтөргән, ти. Өйгә кире инеп, ҡайтанан һорашырға ҡыйыулығы етмәгән. Шунан малай : « Тотайым да бөтә ауыл кешеләрен саҡырып ҡайтайым, шулар араһында мин саҡырырға тейеш кешеләр ҙә булыр әле », – тигән. Малай, ауылдың һәр урамын ике яҡлап төшөп алған да, өй беренсә йөрөп, бөтә кешене ҡунаҡҡа саҡырған.

3

Слайд 3

4

Слайд 4: Ҡунаҡтар йыйыла башлаған. а ҡрынлап йортҡа бөтә ауыл халҡы килеп тулған, ата менән әсә ҡаушап ҡалғандар : – Ни эшләргә инде ? Был тиклем күп ҡунаҡҡа етерлек һый-хөрмәтте ҡайҙан алмаҡ кәрәк ?– тип аптырашҡандар улар

5

Слайд 5: Ата-әсәһен шулай оятҡа ҡалдырғаны өсөн малай, күҙ йәштәрен ағыҙа-ағыҙа, өйҙән сыҡҡан да ауыл артына йүгергән, унан урманға барып ингән. Ағас төбөнә ултырып, йәнә үкһеп илай башлаған. Шул ваҡыт ул бер ҡуян йүгереп килгәнен күргән. Малай былтыр ғына ул ҡуянды үҙ өйөндә аҫырап үҫтергән, үҫкәс, уны урманға ебәргән икән. Ҡуян, уның эргәһенә килеп ултырған. Малай ҡуянға үҙенең ҡайғы-хәсрәтен һөйләп биргән

6

Слайд 6

Ярар, ҡайғырма, дуҫҡайым. Бар, өйөңә ҡайт, бөтәһелә булыр. Ярар, ҡайғырма, дуҫҡайым. Бар, өйөңәҡайт, бөтәһеләбулыр Ярар, ҡайғырма, дуҫҡайым. Бар, өйөңәҡайт, бөтәһеләбулыр Я

7

Слайд 7: Малай ҡайтыуға әрһеҙ ҡунаҡтар өйҙә булған һый-хөрмәтте ашап-эсеп бөтөргән булғандар. Урындарынан ҡуҙғалмай, тағы берәй нәмә ашатмаҫтармы, тип ултыралар, ти. Бер ҡунаҡ тәҙрәнән ҡараһа, ҡаушап ҡалған, уның, артынса башҡалар ҙа ҡараһалар, ни күҙҙәре менән күрһендәр : урам кейек йәнлектәр менән тулған, бөтәһе лә был өйгә табан киләләр, һәр береһе үҙе менән нимәлер алып килә икән

8

Слайд 8

9

Слайд 9

10

Слайд 10: Урман йәнлектәре алып килгән һый-хөрмәттәрҙе ишек алдына ҡуйғандар ҙа, үҙҙәре йәшәгән ергә ҡайтып киткәндәр. Ғәжәпкә ҡалған ҡунаҡтар ауыҙ асып һүҙ ҙә өндәшә алмағандар, ти

11

Слайд 11

12

Слайд 12: Ата менән әсә шатлыҡтарынан ни эшләргә лә белмәгән. Малай уларҙан да былайыраҡ ҡыуанған. Хужалар өс көн, өс төн буйы кинәнеп ҡунаҡ һыйлаған.Ҡунаҡтар өйҙәренә таралышҡандан һуң да табында ярты һый тороп ҡалған икән, ти. Һуңынан халыҡ араһында был хәл тураһында оҙаҡ йылдар буйы һөйләп йөрөгәндәр. Ни өсөн тиһәң, бындағылай ҡунаҡ һыйлау бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла булмаған икән

13

Последний слайд презентации: “Йомарт ҡуян” әкиәте: Үәт, ошоноң менән әкиәт тә тамам

Похожие презентации

Ничего не найдено