Презентация на тему: Фәүзиә Рәхимғолова

Фәүзиә Рәхимғолова
Фәүзиә Рәхимғолова
Фәүзиә Рәхимғолова
Фәүзиә Рәхимғолова
Фәүзиә Рәхимғолова
Фәүзиә Рәхимғолова
Фәүзиә Рәхимғолова
Фәүзиә Рәхимғолова
Фәүзиә Рәхимғолова
1/9
Средняя оценка: 4.2/5 (всего оценок: 79)
Код скопирован в буфер обмена
Скачать (187 Кб)
1

Первый слайд презентации: Фәүзиә Рәхимғолова

(1921 - 1996)

Изображение слайда
2

Слайд 2

Изображение слайда
3

Слайд 3

Рәхимғолова Фәүзиә Абдулла ҡыҙы 1921 йылдың 15 декабрендә Башҡортостандың Маҡар (хәҙ.Ишембай) районы Йәнырыҫ ауылында тыуа. Тәүҙә Йәнырыҫ башланғыс мәктәбендә, унан яңы асылған интернатта уҡый, алтынсы кластан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Пионер-вожатыйҙар курсына ебәрелә. Һуңынан Өфө педагогия рабфагына уҡырға инә.Рабфакты тамамлағас, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡыуын дауам итә.Ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, Өфөләге моторҙар эшләү заводына эшкә инә.

Изображение слайда
4

Слайд 4

Һуғыштан һуң Маҡар районының мәғариф бүлегендә инспектор, һуңынан Ишәй ете йыллыҡ мәктәбендә башҡорт теле һм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм уҡыу-уҡытыу эштәре мөдире булып эшләй.Ситтән тороп пединститутты тамамлай.1952 йылда уның балалар өсөн яҙылған тәүге “Яҡын дуҫ” тигән китабы донъя күрә.Өфөлә байтаҡ йылдар “Пионер” журналында бүлек мөдире вазифаһын башҡара.

Изображение слайда
5

Слайд 5

1965-1967 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡый.1958-1971 йылдарҙы “Башҡортостан ҡыҙы” журналында эшләй.26 китаптың авторы.1961 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.1996 йылда вафат була.

Изображение слайда
6

Слайд 6

“Бишек янында” (1982) “Шиғырҙарым-доғаларым”( 2011 ) “Яҡын дуҫ”( 1952 ) “Һөйөү көсө”( 1984 ) “Тамсылар йырлай”

Изображение слайда
7

Слайд 7

Тыуған илем Тыуған илем! Һинән башҡа Шатлығым шатлыҡ түгел, Һин булғанға, йөрәгем ялҡын, Наҙ менән тулы күңел. Бик нурлы һинең ҡояшың, Бик яҡты һинең айың, Яҙҙарың йәшел уҡаға Ереңде йөрөй ҡайып. Йылғаларың сылтыр-сылтыр... Ҡошсоҡтарың сут-сут-сут... Үләндәрең бәрхәт кенә, Муйылдарың суҡ-суҡ-суҡ... Ҡайҙа баҡма, алһыу йөҙлө, Йондоҙ күҙле балалар... Ҡайһылай гөрләй ауылдар! Һай, баһадир ҡалалар! Атлап барам киң урамдан Шатланып, көлөп кенә, Илкәйемдең, еркәйемдең Ҡәҙерен белеп кенә. Тыуған илем! Һинән башҡа Шатлығым шатлыҡ түгел. Һин булғанға, йөрәгем ялҡын, Наҙ менән тулы күңел.

Изображение слайда
8

Слайд 8

Халҡым бар Диңгеҙҙәр юҡ кисә алмай торған, Кәртәләр юҡ үтә алмаҫлыҡ, Ҡаялар юҡ беҙ үрләмәй торған, Йондоҙҙар юҡ ет алмаҫлыҡ... Сөнки күңелдәргә йән өрөүсе, Уттарҙа ла янмаҫ халҡым бар; Халҡым йөрәгендә, янар тауҙай, Мәңге һүнмәҫ тере ялҡын бар.

Изображение слайда
9

Последний слайд презентации: Фәүзиә Рәхимғолова

Алтын балдаҡ Ҡулдарыңда алтын балдаҡ, Йөҙҙәреңдә нур ғына, Ике ғашиҡ йөрәгенән Ҡайнар хистәр урғыла. Йыр яңғырай,Һөйөү йыры Дан йәшлеккә ҡаратып, Алып менер зәңгәр үргә Парлы хыял ҡанаты. Күңелдәргә Ҡырыҫ елдәр, Ят хистәр үрелмәһен, Алтын балдаҡ,алтын дуҫлыҡ Балҡыһын, үрелмәһен.

Изображение слайда