Презентация на тему: Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет

Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Инеш
Тикшеренеү эшенең актуаллеге Хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе Тикшеренеү маҡсаты Яугир – интернационалистың
I бүлек. Тыуған илде һаҡлау – ул профессия
Фәрүәз Сәлмән улының биографияһы
Мәҫкәү ауылы
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Афғанстанда хеҙмәт иткән йылдары
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
1987 йылда Фәрүәз Сәлмән улы әрменән өлкән сержант званиеһы менән ҡайтып төшә
Фәрүәз Сәлмән улы – герой, наградалары
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
II бүлек. Законға хеҙмәт итеү – Тыуған илгә хеҙмәт итеү
Милицияны ң участка инспекторы – өлкән лейтенант Фәрүәз Заһиҙуллин, наградалары
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Фәрүәз Заһиҙуллинды хәрби-патриотик айлығы ваҡытында тыуған мәктәбе уҡыусылар менән осрашыуға саҡырып торҙо. Ул Тыуған алдында үтәгән бурыстары тураһында һәр
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
1992 йылда Фәрүәз Заһиҙуллиндың класташы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова уның тураһында мәҡәлә баҫып сығарҙы. Был да, бәлки, уның артабанғы тормошонда этәргес көс
2013 йылдың ноябрь айынан Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин, полиция майоры исемен алып, хаҡлы ялға китә.
Афғанстандан Совет ғәскәрен сығарыуға 25 йыл тулыуға арнап башҡорт һәм урыҫ телендә «Учалинцы - в Афганистане. Время выбрало нас…» китабы сыға.
Тыуған ил һаҡлаусыһының ғаиләһе
Фәрүәз Сәлмән улының ҡыҙы Илвина Магнит ҡалаһында уҡый, ул медицина өлкәһен һайлаған
Оло улы Илмир Межозерный ҡасабаһында шахтер булып эшләй
Кесе улы Илдар Фәрүәз улы, аҫыл егеттәребеҙҙең береһе, полицияға эшкә бара - атаһының юлын һайлай. Армияла сынығыу алған, бер нимәнән дә ҡурҡмаған егетте
Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет
Ф әрүәз Сәлмән улының йорто
Йомғаҡлау
Ҡулланылған әҙәбиәт
1/43
Средняя оценка: 4.9/5 (всего оценок: 58)
Код скопирован в буфер обмена
Скачать (22497 Кб)
1

Первый слайд презентации: Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Мәҫкәү ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһының урындағы һуғыштарында ҡатнашҡан Учалы районы яугирҙарына бағышланған " Хәтерҙең эҫе нөктәләре" проект – тикшеренеү эштәре район конкурсына - 2019 « Ҡаһарманлыҡ урыны – Афғанстан ере» Темаһы : Ысын ир аҫылы Фәрүәз Заһиҙуллин Башҡарҙы: Мәҫкәү урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы Заһиҙуллин Фәнүр Фәрит улы Етәксеһе: “ Ғаилә ҡиммәттәре” уҡытыусыһы Мәүлитова Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы

Изображение слайда
2

Слайд 2: Инеш

Афған һуғышында илебеҙ 14 мең һалдат һәм офицерын юғалтты, илен һаҡларға киткән егеттәрҙең күбеһе ҡайтманы. Беҙҙең һал­дат­тар Тыуған иле алдындағы бурысын намыҫлы үтәп, Советтар Союзы яугиры­ның намыҫына тап төшөрмәне.. 1988 йылдың майында совет ғәс­кәр­­ҙәрен Афғанстандан сығарыу баш­лана, ул 1989 йылдың 15 фев­ралендә та­мам­лана. Аф­ған һуғышы беҙ­ҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үт­мәй. Ун­да Баш­ҡор­тостандан туғыҙ мең ярым­дан ашыу кеше ҡатнаша. Шу­лар­ҙан 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайт­май. Мәҡәләмдең геро­йы ла – Афған һуғышы яраһын алған һәм Тыуған иленә артабан да намыҫлы хеҙмәт иткән, Мәҫкәү ауылының ысын ир аҫылы булған Фәрүәз Заһиҙуллин тураһында.

Изображение слайда
3

Слайд 3: Тикшеренеү эшенең актуаллеге Хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе Тикшеренеү маҡсаты Яугир – интернационалистың тормош юлдарын өйрәнеү, артабан уның яҙмышы нисек хәл ителгән, ҡыҙыҡһыныу

Тикшеренеү мәсьәләһе Хәҙерге йәштәрҙең Афған һуғышы тураһында ҡыҙыҡһынмауы һәм һуғышта булған яугирҙәрҙе белмәүе Тикшеренеү эшенең гипотезаһы Әгәр мәктәптә Афғанстан һуғышы яугирҙәре тураһында материалдар йыйып эш алып барһаң, уҡыусылар Афғанстан һуғышы тураһында ҡыҙыҡһынасаҡтар һәм үҙенең яугир – интернационалистары тураһында күп беләсәктәр, яҡташтары менән ғорурланасаҡтар.

Изображение слайда
4

Слайд 4: I бүлек. Тыуған илде һаҡлау – ул профессия

Мин был тикшеренеү эшемдә Мәҫкәү ауылында йәшәгән һәм уға тоғро хеҙмәт иткән Фәрүәз Заһиҙуллин тураһында һөйләмәксемен. Ни өсөн тиерҙәр, бәлки. Сөнки, ул хәрби хеҙмәтен Афған ерҙәрендә, ут эсендә үткәргән меңәрләгән егеттәребеҙҙең береһе. Ул минең иң яҡын бабайым була.

Изображение слайда
5

Слайд 5: Фәрүәз Сәлмән улының биографияһы

Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин, Учалы районы Мәҫкәү ауылында 1967 йылдың 15 майында күп балалы ғаиләлә тыуа. Өләсәйем менән олатайым һәр балаһына яҡты ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биреп донъя ҡуялар. Ул ваҡытта ете балаһы ла үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡан булалар. Олатайымдың нәҫелен дауам итеп, алты малайы үҫә.

Изображение слайда
6

Слайд 6: Мәҫкәү ауылы

Изображение слайда
7

Слайд 7

Олатайымдың алты малайы ла шофер һәм тракторсы эшен һайланылар. Оло улы Сөләймән бабайым ғына ситтә йәшәне. Ул, ҡаты ауырыу сәбәпле, өс балаһын ҡалдырып, бик иртә китте. Ә ҡалған биш малайы ауылында ҡалып, ғаилә ҡороп, тырышып эшләнеләр. Бөгөнгө көндә ауылда ике малайы ғына көн итә. Дүрт малайы ауыр эштәрендә алған ауырыуҙарынан яфаланып донъя ҡуйҙылар. Шуларҙың береһе - Афған ерендә хеҙмәт иткән бабайым Фәрүәз Сәлмән улы бөгөн эргәбеҙҙә юҡ. 1967 й. 15 май – 2017 й. 13 апрель

Изображение слайда
8

Слайд 8

Фәрүәз Сәлмән улы 1974 йылда Мәҫкәү башланғыс мәктәбенә уҡырға бара. Уның тәүге уҡытыусыһы Бүләкова Тәслимә Хәйбулла ҡыҙы була. Кластарында бөтәһе 27 бала уҡый. Ул тәүге уҡытыусыһына яҡшы белем һәм тәрбиә биргәне өсөн гел рәхмәтле була.

Изображение слайда
9

Слайд 9

1982 йылда, Мәҫкәү һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлап, Наурыҙ урта мәктәбенә уҡырға бара. Фәрүәз Сәлмән улын класташтары тырышлығы, эшсәнлеге һәм ярҙамсыллығы өсөн ихтирам итәләр.

Изображение слайда
10

Слайд 10

Н аурыҙ урта мәктәбе

Изображение слайда
11

Слайд 11

Фәрүәз бабайым мәктәптә уҡыған сағында тракторист йә шофер һөнәренә эйә булырға хыяллана. Һәм ул һөнәрҙәрҙе үҙләштерә лә. 1985 йылда Совет Армияһы сафына алына.

Изображение слайда
12

Слайд 12: Афғанстанда хеҙмәт иткән йылдары

Үзбәкстанда хәрби хеҙмәт алымдарын дүрт ай буйы үҙләштерә. 1985 йылдың октябрь айында интернациональ бурысын үтәргә Афғанстандың Ҡабул ҡалаһына ебәрелә. Фәрүәз Сәлмән улы, башҡорт егеттәренә хас булғанса, хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Тәүҙә сержант, элемтәсе, һуңынан Р-409 радиореле станцияһы начальнигы бурысы йөкмәтелә уға.

Изображение слайда
13

Слайд 13

Фәрүәз бабайым ысын һуғышты күрә: дуҫтарының үлеме, цинк табуттары бик оҙаҡ йылдар күҙ алдынан китмәй ҡаңғырта. Көтөлмәгән хәл бабайым хеҙмәт иткән часты ла урап үтмәй – бер төндө дошмандар баҫып инә. Ул бысаҡ яраһын ала һәм Тыуған илгә оҙатыла.

Изображение слайда
14

Слайд 14

Һауыҡҡандан һуң Фәрүәз Сәлмән улы 1986 йылдың октябрь айында Төркмәнстанға Ашхабад ҡалаһына ебәрелә. Фәрүәз бабайым өҫтөндә был юлы Афғанстанға китәсәк һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләү эше ята.

Изображение слайда
15

Слайд 15: 1987 йылда Фәрүәз Сәлмән улы әрменән өлкән сержант званиеһы менән ҡайтып төшә

Изображение слайда
16

Слайд 16: Фәрүәз Сәлмән улы – герой, наградалары

Изображение слайда
17

Слайд 17

Изображение слайда
18

Слайд 18

Изображение слайда
19

Слайд 19

Ауылына ҡайтҡас, тыңғыһыҙ һәм эшһеҙ ултыра алмаған егет Силәбе өлкәһе Үрге Урал ҡалаһына водителдәр курсына уҡырға керә. Уҡып бөткәс, 1988 йылда шунда уҡ Үрге Урал ҡалаһында эшкә ҡала.

Изображение слайда
20

Слайд 20

1989 йылда ул «Байрамғол» совхозына эшкә ҡайта. Ул водитель-машинист эшен үҙләштерә. Тыуған совхозында тыныс хеҙмәт юлы үтә. Үҙенә ҡушылған эште еренә еткереп башҡара ул. 1991 йылда автогаражда водитель булып эшләй.

Изображение слайда
21

Слайд 21: II бүлек. Законға хеҙмәт итеү – Тыуған илгә хеҙмәт итеү

Бала сағынан ауылына хеҙмәт итеп үҫкән егеткә законға хеҙмәт итеүе лә бер ни тормай. 1994 йылда Учалы эске эштәр бүлегенә эшкә саҡырыла. Яҡшы эше өсөн 2000 йылда Наурыҙ ауылы советына милицияның ышаныслы участковый инспекторы итеп ҡайтарыла.

Изображение слайда
22

Слайд 22: Милицияны ң участка инспекторы – өлкән лейтенант Фәрүәз Заһиҙуллин, наградалары

2001 йылдың көҙөндә Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллинды, участка инспекторы булараҡ, өс айға Чечня Республикаһына командировкаға ебәрәләр. Яҙмыш тағы берҙе уны Тыуған иле алдында булған бурысын үтәргә ҡуша.

Изображение слайда
23

Слайд 23

Изображение слайда
24

Слайд 24

Изображение слайда
25

Слайд 25

Изображение слайда
26

Слайд 26

Изображение слайда
27

Слайд 27

Изображение слайда
28

Слайд 28

Изображение слайда
29

Слайд 29

Изображение слайда
30

Слайд 30

Наурыҙ ауыл биләмәһендә милиция участка инспекторы булып 13 йыл эшләгәс, бабайыма тағы бер бәхет йылмайҙы. РФ Эске Эштәр Министрлығының матди-техник базаһын нығытыу буйынса федераль программа сиктәрендә Башҡортостанға 153 өр-яңы ВАЗ 21214 («Нива») автомобиле ҡайтарылды. Учалы эске эштәр бүлегенә биш дана эләкте. Барыһы ла милицияның участка инспекторҙарына беркетелде, шул иҫәптән өлкән лейтенант Фәрүәз Заһиҙуллин яңы “Нива”ға “атланыу” бәхетенә иреште. Был машинаһында көн дә Наурыҙ ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдарға, Учалы ҡалаһына эшкә йөрөнө. Ауылының тәртибе өсөн көйҙө, тыныслыҡ һәм тынлыҡ булдырҙы.

Изображение слайда
31

Слайд 31: Фәрүәз Заһиҙуллинды хәрби-патриотик айлығы ваҡытында тыуған мәктәбе уҡыусылар менән осрашыуға саҡырып торҙо. Ул Тыуған алдында үтәгән бурыстары тураһында һәр ваҡыт ғорурланып һөйләне

Изображение слайда
32

Слайд 32

Изображение слайда
33

Слайд 33: 1992 йылда Фәрүәз Заһиҙуллиндың класташы Зилдә Әхмәҙиә ҡыҙы Мәүлитова уның тураһында мәҡәлә баҫып сығарҙы. Был да, бәлки, уның артабанғы тормошонда этәргес көс булып торғандыр

Изображение слайда
34

Слайд 34: 2013 йылдың ноябрь айынан Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин, полиция майоры исемен алып, хаҡлы ялға китә

Изображение слайда
35

Слайд 35: Афғанстандан Совет ғәскәрен сығарыуға 25 йыл тулыуға арнап башҡорт һәм урыҫ телендә «Учалинцы - в Афганистане. Время выбрало нас…» китабы сыға

Изображение слайда
36

Слайд 36: Тыуған ил һаҡлаусыһының ғаиләһе

Заһиҙуллин Фәрүәз Сәлмән улы яҡшы ғаилә башлығы ине. Ҡатыны Гөлнур Мулләхмәт ҡыҙы менән өс балаға ғүмер бирәләр. Гөлнур Мулләхмәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылында һатыусы булып хеҙмәт итә. Аталары кеуек физик яҡтан сыҙамлы, утҡа-һыуға кисергә әҙер торған ике улы ла әрме һурпаһын татыйҙар. Икеһе лә хәҙер ғаиләлеләр.

Изображение слайда
37

Слайд 37: Фәрүәз Сәлмән улының ҡыҙы Илвина Магнит ҡалаһында уҡый, ул медицина өлкәһен һайлаған

Изображение слайда
38

Слайд 38: Оло улы Илмир Межозерный ҡасабаһында шахтер булып эшләй

Изображение слайда
39

Слайд 39: Кесе улы Илдар Фәрүәз улы, аҫыл егеттәребеҙҙең береһе, полицияға эшкә бара - атаһының юлын һайлай. Армияла сынығыу алған, бер нимәнән дә ҡурҡмаған егетте патруль-пост хеҙмәтенә беркетәләр

Изображение слайда
40

Слайд 40

Әммә ғаилә башлығына киләсәктә лә балаларының ҡаҙаныштарын күреп йәшәргә Хоҙай насип итмәй, уйламаған ерҙә яҡындарын тәрән ҡайғыға һалып, Фәрүәз Сәлмән улы 2017 йылдың 13 апрелендә мәрхүм була. 50 йәшен туйларға бер айға яҡын ғына ваҡыт ҡала, яҡты донъя менән йөрәк сиренән бик иртә хушлаша.

Изображение слайда
41

Слайд 41: Ф әрүәз Сәлмән улының йорто

Изображение слайда
42

Слайд 42: Йомғаҡлау

Шулай итеп, Фәрүәз Сәлмән улы Заһиҙуллин 50 йыл ғүмере эсендә генә «Ватанға хеҙмәт итеү» мәктәбен үтте. Ул үҙе һайлаған яҙмыш менән ҡәнәғәтләнеп йәшәне, сөнки ундай тормош мәктәбе күптәргә эләкмәй. Ул Тыуған иленә 25 йыл хеҙмәт итте. Ә был йылдар күҙ асып йомғансы ғына үтеп тә китте. Ҙур рәхмәт, һиңә, Фәрүәз Сәлмән улы! Тыныс йоҡла, Фәрүәз Сәлмән улы, беҙ һине бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, һин - ысын Ир аҫылы!

Изображение слайда
43

Последний слайд презентации: Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының муниципаль бюджет: Ҡулланылған әҙәбиәт

« Учалинцы в Афганистане» Время выбрало нас…» А.Сафина, Б.Кагарманова. г.Уфа, 2014. Гәзиттән алынған мәҡәләләр. Ғаилә архивынан материалдар

Изображение слайда